Иҫке Балтас 2-се һанлы урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Әнүәроваға “Башҡортостан” гәзитенең “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы бүләге төшкән.
“
Башҡортостан” гәзитенең “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы дауам итә. Был юлы бүләгебеҙ Балтас районына юлланды, тип хәбәр итә “Башҡортостан” гәзите рәсми сайты.
Гөлназ Әнүәрова Иҫке Балтас 2-се һанлы урта мәктәптә башҡорт теленән балаларға белем бирә, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары ла. Бәләкәйҙән матбуғат һүҙе тәрбиәһендә үҫкәнгә, күп кенә баҫмаларға яҙыла ул. Ә “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлығына тиҫтә йылдан ашыу инде. Ата-әсәһе лә башҡорт телендәге гәзиттән айырылмай.
– Тарих, тел, йәшәйеш, шәхестәр тураһындағы мәғлүмәтте эшемдә лә файҙаланам. Ә иң яратҡаным – ҡыҫҡа хикәйәләр, – ти Гөлназ Рәмил ҡыҙы, йылмайып.