Балтач таңнары
+1 °С
Болытлы
ВКонтакте
Телеграм
ОК
Яндекс-Дзен
Бөек Җиңүгә - 80 ел
Барлык яңалыклар
Мәдәният
23 июнь 2019, 08:47
Башкортстанда “Мәдәният” милли проектын тормышка ашыруга 9 миллиард сумнан күбрәк акча тотынылачак
2024 йылға тиклем Башҡортостанда күп функциялы 26 ауыл клубы асырға һәм ун автоклуб йөрөтә башларға ниәтләйҙәр. Был эштәр “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарыла.
2024 йылға тиклем Башҡортостанда күп функциялы 26 ауыл клубы асырға һәм ун автоклуб йөрөтә башларға ниәтләйҙәр. Был эштәр “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарыла.
“Клубтар төҙөләсәк ауылдарҙа халыҡ иҫәбе бер меңгә тиклем булырға тейеш. Был биналар күп функциялы – шулай уҡ китапхананы, видеоҡоролмалы уңайлы залды, балалар сәнғәт мәктәбе филиалдарын үҙ эсенә аласаҡ”, – тип белдерҙе республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Ул тәүге клубтарҙың ошо йылдың декабрендә үк Ҡыйғы, Салауат райондарында барлыҡҡа киләсәген әйтте.
Өҫтәүенә 2024 йылға тиклем 20 заманса моделле китапхана һәм ун автоклуб буласаҡ. Министр аңлатыуынса, бында “тәгәрмәсле клубтар” хаҡында һүҙ бара. Улар яҡтылыҡ, тауыш һәм видеоҡоролмалар менән йыһазландырылған. “Тәгәрмәсле сәхнә”ләр халҡы 300 кешегә тиклем булған ауылдарға йөрөп тамашалар күрһәтәсәк.
Милли проектҡа ярашлы шулай уҡ быйыл республиканың ун муниципалитетында берешәр яңы кинозал булдырыу планлаштырыла.
“Маҡсатлы күрһәткестәрҙә йылына икәү асыу ҡаралған ине, беҙ заявка биреү мәлендә әүҙем эшләп, һанды күбәйтеүгә өлгәштек. Финанслауҙы биш тапҡыр күберәк алдыҡ”, – тине министр.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты “Мәҙәни мөхит!, “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт” бүлексәләренән тора. Ил буйынса иң күп сумма тәүгеһе өсөн бүленә – 84 миллиард һум. Әминә Шафиҡованың һүҙҙәренсә, Башҡортостанда милли проектты тормошҡа ашырыу 9 миллиард һумдан ашыуға төшәсәк.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: todaykhv.ru
Чыганак
Читайте нас
Редакцияне сайлау
Новости
12 апрель 2024, 18:09
Российские пользователи столкнулись с мошенничеством в WhatsApp
Новости
22 февраль 2024, 11:25
Балтач районында "Җиңү Салюты" фестиваленең беренче этабы тәмамлану алдында
Новости
22 февраль 2024, 09:16
Нөркә авыл биләмәсе авылларында чын талантлар яши
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"