Барлык яңалыклар
Балтачлылар-якташлар
20 декабрь 2022, 15:51

Республика матбугатында балтачлылар турында

"Башкортостан" гәзитендә 13 балалы Хәйдәршиннар гаиләсе турында мәкалә дөнья күрде. Шуны игътибарыгызга тәкъдим итәбез. "Минең өсөн иң мөһиме – балаларыбыҙҙың һәм иремдең сәләмәтлеге, үҙемдең иҫән-һау булыуым. Башҡа бер нәмәгә лә көймәйем, бер кем ме­нән дә ярышмайым, һүҙгә килеш­мәйем."

 

Балтастағы 13 бала үҫкән йорттоң ҡырмыҫҡа иләүе кеүек мыжғып тороуына, балаларҙың йәнле тауыштарынан шау-гөр килеүенә иҫәп тотһаҡ та, өмөт аҡланманы. Өйҙә, хужабикәнән тыш, йәше лә тулмаған  улдары Байрас менән мәктәп уҡыусыһы Айнур ғына. Хәйҙәршиндәрҙең ике ҡатлы яңы йортонда – һиллек, бөтә ерҙә бөхтәлек, тәртип. Заманса уңайлыҡтар менән төҙөлгән, көнкүреш техникаһы менән йыһазландырылған йорт нурлы ла, ҡояшлы ла төҫлө.

Ғаилә башлығы өйҙә булмай сыҡты, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған оло улы Артур менән баш ҡалала төҙөлөштә эшләп йөрөйҙәр икән. Оло ҡыҙҙары, һөнәре буйынса технолог Элитаның ғаиләһе менән Бөрө ҡалаһында йәшәүен, ике бала үҫтереүҙәрен белдек. Улдары училищела, техникумда уҡый, мәктәптә белем алыусылар ҙа бар.

– Балаларҙың киләсәген уйлап, уларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн Юғары Ҡарышта йәшәп ятҡан еребеҙҙән Балтасҡа күсенергә булдыҡ, – тип башланы һүҙен Альбина Рәйеф ҡыҙы. – Айгиздең йыр-моңға һәләте, классик әҫәрҙәрҙе башҡарырға өйрәнеү теләге шуға этәрҙе. Ул саҡта балаларҙы йөрө­төргә машинабыҙ юҡ ине әле. Егеттәребеҙҙең барыһы ла спорт менән шөғөлләнә: волейбол, гер күтәреү, армрестлинг… Район, республика ярыштарынан буш ҡул менән ҡайтҡандары юҡ, диплом, почет грамоталары менән шатландыралар. Айнур улыбыҙ – бе­йеү­се, түңәрәктә ихлас шөғөлләнә. Ике ҡыҙыбыҙ эстетик гимнастика түңәрәгенә йөрөй. Малайҙарыбыҙ бәләкәйҙән спорттың төрлө төрҙәре менән шөғөлләнә.

Балаларыбыҙҙың һәр сәғәте иҫәпле, мәктәптән ҡайтыу менән уларҙы физкультура-һауыҡтырыу комплексы, балалар сәнғәт үҙәге көтөп тора. Бер минут та буш ва­ҡыттары юҡ. Кис барыһын да машина менән түңәрәктән йә иһә бас­сейндан, йә балалар баҡса­һынан йыйып алып ҡайтам, – тип көлә Альбина. – Үҙем машина йө­рөтөргә әүәҫ булғас, ҡыйынлығы юҡ.

Тәүҙә ирем өйҙә булмағас, ауырыраҡ ине. Ҡаласа шарттарҙа йәшәһәк тә, ауылда мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотмай донъя көтөп булмай. Ике һыйыр һауам, ике баш­мағыбыҙ, ҡош-ҡортобоҙ бар, йыл һайын йәшелсә ултыртабыҙ. Ваҡы­тында тиреҫен сығараһы, һыуын һибәһе... Донъя мәшәҡәттәренә, төрлө ваҡлыҡтарға иҫем китмәй, “пособие алыу өсөн бала табалар” тигән төртмәле һүҙҙәргә лә аптырамайым, был сәнскеле һүҙҙәр беҙгә ҡағылмай. Минең өсөн иң мөһиме – балаларыбыҙҙың һәм иремдең сәләмәтлеге, үҙемдең иҫән-һау булыуым. Башҡа бер нәмәгә лә көймәйем, бер кем ме­нән дә ярышмайым, һүҙгә килеш­мәйем. Ә 13-сө балабыҙ – етенсе улыбыҙ Байрас беҙҙең өсөн яҙмыш бүләге. Мин уны айырыуса йылы­лыҡ, һөйөү менән ҡаршы алдым. 45 йәштә сабыйыңды күкрәгеңә ҡыҫып иркәләүе – оло кинәнес! Ирем менән кәңәшләштек тә, 12 бала янына тағы берәү һыймаймы ни, тип уйланыҡ.

Беҙҙең холоҡ-фиғел шул тиклем оҡшаш! Икебеҙ ҙә бер-беребеҙгә иғтибарлы, балаларҙы яратабыҙ, икебеҙҙә лә яуаплылыҡ көслө. Шуның өҫтәүенә ул ауырлыҡ һәм ҡытыршылыҡтарҙы юмор менән еңеләйтә, йомшарта белә. Мин уның ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тойоуы, матди яҡтан тәьмин итеүе, тырышлығы арҡаһында үҙемде ышаныслы тоям.

Шул ҡәҙәре бала үҫтерһәк тә, ул минең белем алыуыма ҡаршы төшмәне. Ҡазанда иҡтисад институтын тамамланым. Был иҫәп-хисап эше, “дебет-кредит”, һандар, һумдарҙың тормош көткәндә лә кәрәге тейҙе. Йорт һалғанда Хөкүмәт биргән субсидия торлаҡ мәсьәләһен яҡшыртты. Баш ҡалала бер бүлмәле фатирыбыҙ бар, өс улыбыҙ унда йәшәй.

2014 йылда, беҙ инде туғыҙ балаға атай-әсәй булғанда, Сочи ҡалаһында күп балалы 11 ғаиләгә “Ата-әсәлек даны” ордены тапшырыу тантанаһына саҡырҙылар. Был награда лайыҡлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән өсөн ғорурлыҡ тойғо­һон арттырһа ла, уның ҙур яуап­лылыҡ йөкмәтеүен яҡшы аңлай­быҙ. “ГАЗель” автомашинаһы бүләк иттеләр. Бала тәрбиәләгән бөтә ғаиләләргә лә киләһе йылда именлек, йорттарына бәрәкәт һәм һаулыҡ теләйем!

Чыганак

Автор:
Читайте нас: