Авыл хуҗалыгы
19 Июня 2019, 05:00

Милли проектлар авылларны үстерүгә дә кагыла

Ауылдарҙың үҫеше буйынса яңы милли проект сиктәрендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар.

Ауылдарҙың үҫеше буйынса яңы милли проект сиктәрендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар.
Бының өсөн 20 июнгә тиклем Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына ауыл инфраструктураһын үҫтереү буйынса ғариза биреп өлгөрөргә кәрәк.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығын етәкләүсе Илшат Фәйзрахманов әйтеүенсә, беҙҙең республика буйынса күрһәткестәрҙең күбеһе сағыштырмаса яҡшы, тимәк, аҡсаларҙың байтағы Төньяҡ Кавказ һәм Алыҫ Көнсығышҡа китергә мөмкин. Шуға федераль аҡсалар алыуға ғаризаларҙы әүҙем бирергә кәрәк, тип белдерҙе ул. Уның һүҙҙәрен республика етәксеһе ҡеүәтләне. "Ғариза биреүҙә барығыҙ ҙа ҡатнашығыҙ. Әйҙәгеҙ, был программанан мөмкин тиклем күберәк аҡса алайыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Юғиһә, ҡайҙа барма – газ, һыу, социаль объекттар кәрәк. Хәҙер шуларҙы булдырыу мөмкинлеге тыуҙы".
2020-2025 йылдарға иҫәпләнгән "Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү" милли проектының маҡсаты – ауылдарҙа йәшәгән халыҡ һанын (дөйөм халыҡ һанынан - 25,3 процент) һаҡлап ҡалыу һәм уны арттырыу, йәшәү шарттарын яҡшыртыу.
Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн ил буйынса 1 триллион 61 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Чыганак: “Шонкар”.
Читайте нас