Барлык яңалыклар
Җәмгыять
4 июль 2022, 15:41

“Башҡортостан” гәзите төркемендә “Ғаиләм – ҡәлғәм” конкурсы үтә

Шушы конкурста катнашучы - Иске Балтач авылыннан Хәйдәршиннар гаиләсе өчен тавыш бирергә онытмагыз. 

“Башҡортостан” гәзите төркемендә “Ғаиләм – ҡәлғәм” конкурсы үтә
“Башҡортостан” гәзите төркемендә “Ғаиләм – ҡәлғәм” конкурсы үтә

“Башҡортостан” гәзите төркөмөндә “Ғаиләм – ҡәлғәм” конкурсын иғлан итәбеҙ. Маҡсатыбыҙ – заман ауырлыҡтарынан ҡурҡып тормай, ишле ғаилә ҡороп, тормошта ныҡлы баҫып торған лайыҡлы ата-әсәләрҙе асыҡлау.

Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll62bf187996a7..

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы рәсми байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ул 8 июлдә билдәләнә. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм балаларға, йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында булдырылған байрам алдынан иғлан иткән бәйгебеҙҙә төрлө райондарҙан уңған, дәртле ғаиләләр ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла күп бала тәрбиәләй.

Дуҫтар, еңеүсене билдәләү һеҙгә тапшырыла. Бының өсөн:
✅ "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылырға;
✅ ошо яҙмаға лайк ҡуйып, диуарығыҙға репост яһарға;
✅ лайыҡлы тип тапҡан ғаилә өсөн тауыш бирергә.

Конкурс 8 июлгә тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, иң күп тауыш йыйған өс ғаилә асыҡланасаҡ. Улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәр милли баҫманың дипломы менән бүләкләнәсәк. 

“Башҡортостан” гәзитеннән. 

Автор:
Читайте нас: