Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡ һаҡлаусылар билдәләүенсә, енәйәтселәр йылдан-йыл оҫтараҡ эш итә.
Бутлегерҙар менән көрәштә Росалкогольтабакконтроль, Тәфтиш комитеты, Роспотребнадзорҙың төбәк идаралыҡтары, Федераль именлек хеҙмәте, Башҡортостан таможняһы, “Һынау үҙәге” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы йәлеп ителгән.
Билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың февралендә федераль хөкүмәт енәйәт эштәре сиктәрендә тартып алынған суррогат алкоголде тиҙ арала юҡ итеүҙе тәҡдим иткән закон проектын хупланы. Тәҡдим 2023 йылда Ульяновск өлкәһендә етештерелгән “Мистер сидр” продукцияһы менән күпләп ағыуланыу осрағы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәйне. Ул саҡта контрафакт сидр ҡулланыу арҡаһында тиҫтәләгән кеше һәләк булды, ә үлемесле эсемлек Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә табылды. Һөҙөмтәлә “Мистер сидр” маркалы продукцияһын бөтә ил буйынса һатыуҙы тулыһынса туҡтатыу ҡарар ителде.
Әлеге ваҡытта закон сығарыусыларҙың эше дауам итә, ә “Республика Башкортостан” баҫмаһы БР Сауҙа һәм хеҙмәт министрлығына бөгөн контрафакт алкоголгә ҡаршы көрәш өлкәһендә хәл ниндәй һәм уның ҡайҙа йышыраҡ табылыуы хаҡында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән. Законға буйһонған һатып алыусыларға нисек суррогат алкоголгә барып эләкмәҫкә? Сөнки шул уҡ сидрҙы кешеләр гараждарҙа түгел, ә законлы магазиндарҙа һатып алған да бит...
– Беҙҙең ведомство сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһенә ҡараған биналарҙа һәм ҡоролмаларҙа ғына алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙы төбәк дәүләт контроле аҫтында тота, – тине БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов. – Легаль булмаған алкоголь һатыу осраҡтары күберәк йорт эргәһендәге ҙур булмаған магазиндарҙа, бигерәк тә ауыл ерендә һәм ҡала ситендә теркәлә.
Контрафакттың теүәл өлөшө төрлөсә, әммә эксперттар баһалауынса, ул бындай магазиндарҙа тикшерелгән продукцияның дөйөм күләменең 10-15 процентына тиклем етергә мөмкин. Былтыр Сауҙа министрлығының контроль-күҙәтеү саралары һөҙөмтәләре буйынса бындай объекттарҙа ике мең литр легаль булмаған алкоголь асыҡланған һәм тартып алынған, ағымдағы йылда иһә – 400 литр.
Селтәр магазиндарында һәм ҙур сауҙа объекттарында ҡағиҙә боҙоуҙар һирәгерәк осрай, сөнки улар контроль органдары иғтибары аҫтында тора.
Суррогаттың таралыу сәбәбе – һатыу рентабеллегенең юғары булыуы. Был үҙ сиратында уны етештереүҙе һәм һатыуҙы стимулләштерә.
Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ҡабул иткән комплекслы саралар иҫәбендә – ҙур булмаған сауҙа нөктәләрендә, айырыуса ауыл ерендә, контролде көсәйтеү, эшҡыуарҙарҙы Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы һәм башҡа контроль системалары менән эшләү ҡағиҙәләренә өйрәтеү. Халыҡҡа киң мәғлүмәт саралары һәм социаль селтәрҙәр аша легаль булмаған алкоголь ҡулланыу хәүефе тураһында даими хәбәр итәбеҙ, хоҡуҡ һаҡлау, контроль һәм күҙәтеү органдары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Республика халҡына касса аппараттары һәм Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәре күрһәтелгән чектар булған тикшерелгән сауҙа нөктәләрендә генә алкоголь һатып алырға кәңәш итер инем. Шулай уҡ ГИС МТ-ла һәм “Антиконтрофакт Алко” мобиль ҡушымттаһында акциз маркаларын һәм продуция тураһында мәғлүмәттең булыуын тикшерегеҙ. Шулай уҡ контроль органдарына алкоголь һатыуҙың шикле нөктәләре тураһында хәбәр итегеҙ.
БР Сауҙа министрлығының сауҙаны координациялау бүлеге начальнигы урынбаҫары Наил Яхин “Честный ЗНАК” мобиль ҡушымтаһын нисек файҙаланырға кәрәклеген һөйләне.
– “Честный ЗНАК” Перспективалы технологияларҙы үҫтереү үҙәге тарафынан махсус рәүештә ҡулланыусылар өсөн эшләнгән. Уның ярҙамында ҡулланыусы продукцияға төшөрөлгән махсус DataMatrix-кодты сканер аша үткәрә һәм тауар тураһында бөтә кәрәкле мәғлүмәтте ала. Шулай уҡ мобиль ҡушымта аша граждандар маркировка менән бәйле ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында хәбәр итә ала. Бындай мөрәжәғәттәр туранан-тура контроль-күҙәтеү органдарына килә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: алкоголдәге этикеткала етештереүсенең юридик адресы, заводтың адресы, эсемлек составы һәм ГОСТ күрһәтелергә тейеш. Ҡойолған дата ике тапҡыр күрһәтелә. Этикетка һәм акциз маркаһы асыҡ рәүештә йәбештерелергә, ә ундағы мәғлүмәт еңел уҡылырға тейеш.
Тулыраҡ: https://resbash.ru/news/pravo/2025-03-19/pokupay-da-proveryay-4163792
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.